Новости
19 Март 2018, 21:00

Өфөнән пассажир микроавтобусы Татарстанда юл фажиғәһенә осраған: ҡорбандар бар

Бөгөн иртән Татарстанда М7 трассаһында Өфөнән Ҡазанға китеп барған «Форд» микроавтобусы ҡатнашлығында үлемесле авария булған.

Бөгөн иртән Татарстанда М7 трассаһында Өфөнән Ҡазанға китеп барған «Форд» микроавтобусы ҡатнашлығында үлемесле авария булған. «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Мәскәү — Өфө автомобиль юлының 1016-сы саҡрымында, кафеның парковкаһына сыҡҡанда Өфөнән Ҡазанға пассажирҙар илткән «Форд Транзит» микроавтобусы менән «Валдай» автомобиле бәрелешкән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Татарстан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, микроавтобус водителе һәм «Валдай» пассажиры фажиғә урынында йән биргән. Төрлө йәрәхәттәр алған алты кеше дауаханаға оҙатылған, уларҙың икәүһе ауыр хәлдә.
Ваҡиға урынында оператив төркөм эшләй.
Һәләк булған һәм зыян күргән кешеләрҙең шәхестәре асыҡлана.

Фото: Татар-информ


Читайте нас