18 март киске сәғәт 7-ләр тирәһендә Благовещен районында Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 57-се саҡрымында юл фажиғәһе теркәлгән. Николаевка ауылы янында Мишкә районынан 31 йәшлек ир идара иткән «Лада Приора» менән «Ивеко» йөк машинаһы бәрелешкән. Руль артында – Татарстанда йәшәгән 56 йәшлек ир.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, еңел автомобиль салонында водителдең 24 йәшлек ҡатыны һәм 1,9 айлыҡ улы, шулай уҡ йәш ярымлыҡ ҡыҙы менән Бөрө ҡалаһында йәшәгән 26 йәшлек ҡатын булған. Асыҡланмаған сәбәптәр буйынса «Лада Приора» водителе ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә ике сабый һәм йәш ярымлыҡ ҡыҙҙың әсәһе йән биргән. Водитель һәм уның ҡатыны ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Аварияға ҡатмарлы һауа шарттары сәбәпсе булыуы ихтимал. Башҡортостанда ял көндәрендә буран сыҡты, юлдарҙы ҡар һырыны һәм боҙлауыҡ булды.
Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ