Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 класс уҡыусылары йылға буйына балыҡ тоторға килгән. Берәүһе йәтмә менән һыуға төшкән, икенсеһе яр ситендә ҡалған. Һәләк булған малайҙың дуҫы күпмелер ваҡытҡа юғалып торған. Кире килгәс, ул иптәшенең һыуҙа ятыуын күргән. Малай ярҙам һорап ауыл яғына йүгергән. Ун йәшлек баланы һыуҙан тартып сығарғас, уның үлгәнлеге раҫланған. Үлем сәбәбе һыуға тонсоғоу тип фаразлана.