Новости
15 Март 2018, 21:00

Башҡортостанда өйҙә тотҡонлоҡта ултырған 144 кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә

Быйыл һайлауҙа өйҙә тотҡонлоҡта ултырған кешеләр ҙә тауыш бирә ала. Башҡортостанда әлеге ваҡытта ошондай 149 кеше иҫәпләнә, 144-енең һайлау хоҡуғы бар.

Быйыл һайлауҙа өйҙә тотҡонлоҡта ултырған кешеләр ҙә тауыш бирә ала. Башҡортостанда әлеге ваҡытта ошондай 149 кеше иҫәпләнә, 144-енең һайлау хоҡуғы бар.
Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында әйтеүҙәренсә, ғәйепләнеүселәргә һайлау хоҡуғын бойомға ашырыу тәртибе аңлатылған. 70 тотҡон иректән мәхрүм ителеү урынынан ситкә сығып йөрөргә һәм һайлау участкаларында тауыш бирергә хоҡуҡлы, 74-енә яза башҡарыу урынынан китеү тыйылған. Һайлау көнөндә йортта тотҡонлоҡта ултырған граждандарға тауыш биреү өсөн махсус йәшник тотоп һайлау комиссияһынан күсмә төркөм килә.

Фото: Андрей Старостин


Читайте нас