Новости
14 Март 2018, 21:00

18 мартта Башҡортостанда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары граждандарҙы ҡабул итә

Йәкшәмбе, 18 мартта, Башҡортостанда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары граждандарҙы ҡабул итеү ойоштора. Фәрит Ғәниев Кушнаренко районында йәшәүселәрҙе район үҙәгендә: Большевистская урамы, 57 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем ҡабул итә.

Йәкшәмбе, 18 мартта, Башҡортостанда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары граждандарҙы ҡабул итеү ойоштора.
Фәрит Ғәниев Кушнаренко районында йәшәүселәрҙе район үҙәгендә: Большевистская урамы, 57 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем ҡабул итә.
Депутат Зариф Байғусҡаров Баймаҡтағы 3-сө мәктәптә (Салауат Юлаев проспекты, 27) иртәнге 10-дан 11-ҡәҙәр, ә Сибайҙа, Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында (Күсимов урамы, 7), көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем халыҡ менән осраша.
Рафаэль Мәрҙәншин Октябрьскийҙа йәшәүселәрҙе музыка колледжында (Ленин проспекты, 4) иртәнге 10-дан 12-се яртыға тиклем ҡабул итә.

Фото: regnum.ru


Читайте нас