Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылда республикала VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын раҫланы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлашҡан.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәйәт ҙур фольклор байрамына әҙерлек сиктәрендә бер төркөм саралар үтә: төрки йәштәренең «Урал моңо» халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәттәр фестивале. Шулай уҡ 2019 йылда «Урал батыр» этноүҙәген булдырыу күҙаллана. Ағымдағы йылдың сентябрендә Өфөлә Бөтә донъя конгресы (CIOFF) үтә.
Документҡа ярашлы, 2018 йылдың тәүге яртыһында фольклориаданың логотибын һәм бренд китабын әҙерләү, шулай уҡ сара сайтын эшләтеп ебәреү күҙаллана. Рус һәм башҡорт телдәрендә «Башҡортостан халыҡтары фольклоры» энциклопедияһы нәшер ителәсәк.
«Фольклориаданың Башҡортостанда – Европа һәм Азия тоташҡан республикала үтәсәге символиклы. Мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә үтеп инеүе Көнсығыш һәм Көнбайышты ғына түгел, бөтә донъя халыҡтарын да берләштерә ала. Бер-береһенең ҡаҙаныштары менән танышып, үҙ рухи йолаларының байлығын һәм үҙенсәлеген аңлап, кешеләр мәҙәни тормошто байыта һәм ҡитғаларҙы яҡынайта, — тип билдәләне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. — VI Бөтә донъя фольклориадаһын Өфөлә үткәреү ҡарары – Башҡортостандың милләт-ара берҙәмлекте, халыҡтар дуҫлығын үҫтереүгә, шуның менән Рәсәйҙең берҙәмлеген нығытыуға индергән өлөшөн таныу ул. ШОС һәм БРИКС саммиттары кеүек халыҡ-ара ҙурлыҡтағы саралар уҙғарыу тәжрибәһенә эйә булған Башҡортостан, һис шикһеҙ, ошо яуаплы эште лә атҡара аласаҡ».
Бөтә донъя фольклориадаһы Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының (CIOFF) бер өлөшө булып тора. Унда ғәҙәттәгесә 60-80 илдән өс мең самаһы артист ҡатнаша. Тәүге Фольклориада 1996 йылда – Голландияла, икенсеһе 2000 йылда Японияла уҙҙы. Венгрия өсөнсө Фольклориаданы үткәреү урыны булды. 2012 йылда Көньяҡ Кореяла дүртенсе Бөтә донъя фольклориадаһы уҙҙы. 2016 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы Мексикала гөрләне.
2015 йылдың октябрендә 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының генераль ассамблеяһында 2020 йылда Фольклориаданы Башҡортостан Республикаһында уҙғарыу тураһында иғлан ителде.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте