Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, микроавтобустағы һигеҙ пассажир һәм водитель авария урынында һәләк булды, дүртәүһе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала ята. «Граждандарҙың ғүмере һәм хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү арҡаһында ике һәм унан күберәк кешене үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса тағы бер енәйәт эше асылған. Йөк машинаһы водителе әле һаҡ аҫтында. Тәфтишселәр шулай уҡ Башҡортостандың Иглин районы Оло Тәләк ауылы эргәһендәге федераль трассаны хеҙмәтләндергән ойошманы документтарһыҙ ҡалдырған һәм хеҙмәткәрҙәренән һорау алған.