Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университетының Бойондороҡһоҙ социаль сәйәсәт институты ғалимдары Лилиә Овчарова һәм Наталья Зубаревич менән осрашты. Улар һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ғаилә, хеҙмәт һәм мәшғүллек күҙлегенән сығып республикала кеше потенциалын үҫтереүҙе тикшерҙе.
Лилиә Овчарова – «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университетының ғилми-тикшеренеү институттары һәм үҙәктәре, Бойондороҡһоҙ социаль сәйәсәт институты директоры, социаль үҫеш һәм социаль-иҡтисади сәйәсәт өлкәһендә Рәсәйҙә танылған белгес, ул халыҡтың табыш кимәлен һәм йәшәү сифатын, етешлеген баһалай, ғаилә һәм демографик сәйәсәт, халыҡты социаль яҡлау, ярлылыҡ һәм тигеҙһеҙлек темаларын өйрәнә.
Наталья Зубаревич – Бойондороҡһоҙ социаль сәйәсәт институтының төбәк программаһы директоры, Килемде һәм йәшәү кимәлен анализлау үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, төбәктәрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү өлкәһендә Рәсәйҙә ҙур белгес.
Осрашыу барышында берлектәге аналитик эш буйынса тәҡдимдәр яңғыраны. Республика быға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә, тине төбәк етәксеһе.
«Әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының ҙур субъекты, байтаҡ мәсьәләләр буйынса ярайһы уҡ тотороҡло, ышаныслы. Шул уҡ ваҡытта беҙ үҫеш йәһәтенән башҡа мөмкинлектәр булыуын да беләбеҙ. Идара итеү мөхитен, идара итеү системаһын икенсерәк формалаштырырға мөмкин, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Беҙ фәнгә таянып, фән менән бергә өҙөклөктәрҙе еңеп сыға алыуыбыҙҙы аңларға тейешбеҙ. Беҙ фәнде яҡлайбыҙ, үҙебеҙ ҙә сығышыбыҙ менән фәндән. Шуға күрә беҙгә уртаҡ тел табыу һәм ошо йәһәттән эшләү еңел булыр, тип өмөтләнәм».
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте