Новости
28 Ғинуар 2018, 21:00

Республикала ҡышҡы балыҡ тотоу фестивале үтә

11 февралдә Стәрлетамаҡ районының Үрге Уҫылы ауылы янындағы быуала ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса «Боҙлоҡ дәүере-2018» асыҡ фестиваль үтә. Унда республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүселәр ҡатнаша.

11 февралдә Стәрлетамаҡ районының Үрге Уҫылы ауылы янындағы быуала ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса «Боҙлоҡ дәүере-2018» асыҡ фестиваль үтә. Унда республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүселәр ҡатнаша. Ойоштороусылар – йәштәрҙең эштәре буйынса район комитеты, «Перекат» балыҡсылар клубы һәм Стәрлетамаҡ һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәте.
Фестиваль программаһында балыҡ тотоу буйынса төп ярыштарҙан тыш, республиканың алдынғы балыҡсылары-спортсыларынан оҫталыҡ дәрестәре, бүләктәр отоу, ҡаргиҙәрҙә йөрөтөү, ялан кухняһында бешерелгән балыҡ ашы һәм эҫе сәй менән һыйлау күҙалланған. Конкурс программаһында уңышлы балыҡсыларҙы һәм әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләктәр көтә.
Был сараға әүҙем ял һәм ҡышҡы балыҡ тотоуҙы яратаусылар саҡырыла. Ярыштарҙа ҡатнашыуға ғаризалар «Перекат» балыҡсылар клубы сайтында ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8-917-757-47-20, 8-917-499-06-07.

Фото: Станислав Шахов
Читайте нас