Алдағы ял көндәрендә республикала һыуыҡ була. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, 27 һәм 28 ғинуарҙа яуым-төшөм көтөлмәй.
«Һауа температураһы төндә -15,-20 градус, урыны менән термометр бағанаһы -25, -30 градусҡа тиклем төшәсәк», — тип асыҡлыҡ индерҙе метеорологтар.
Көндөҙ Башҡортостан биләмәһендә -10,-15 градусҡаса йылытасаҡ, урыны менән -20. Ғинуарҙың һуңғы ял көндәрендә лә ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы