Новости
23 Ғинуар 2018, 21:00

ЮХХДИ-ла водитель таныҡлығын алмаштырғанда ҡайтанан имтихан тапшырыу мәсьәләһен ҡарайҙар

Рәсәй Автомәктәптәр союзы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына таныҡлыҡтың ваҡыты уҙғандан һуң, уларҙы алмаштырырға килгән водителдәрҙең Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә белемен тикшерергә тәҡдим иткән.

Рәсәй Автомәктәптәр союзы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына таныҡлыҡтың ваҡыты уҙғандан һуң, уларҙы алмаштырырға килгән водителдәрҙең Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә белемен тикшерергә тәҡдим иткән. Был турала «Известия» гәзите хәбәр итә. Сәбәбе – автомәктәптәргә һәм Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәргә ҡарата ҡаты контроль.
«Беҙ был документ менән эшләйбеҙ. Мөрәжәғәттәрҙә фәтүәле тәҡдимдәр ҙә бар. Шуға уларҙы билдәнгән тәртиптә ҡарарбыҙ, әлбиттә. Бынан һуң тәҡдимдәр ҡабул ителәсәк йәки кире ҡағыласаҡ», — тип баҫма Рәсәй Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Владимир Кузиндың телмәренән өҙөмтә килтерә.
Билдәле булыуынса, водителдәр бындай башланғысты хупламай һәм ҡайтанан имтихан тапшырыуҙы кәрәкле тип тапмай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн водителдәр таныҡлыҡтарын ваҡыты сыҡҡандан һуң уларҙы медицина белешмәһен тапшырып алмаштыра.

Фото: vk.com
Читайте нас