Торатау
+21 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
15 Ғинуар 2018, 21:00
200 һәм 2000 һумлыҡ аҡсаларҙы барлыҡ магазиндарҙа ҡабул итергә тейештәр – Башҡортостан буйынса Милли банк
200 һәм 2000 һумлыҡ яңы аҡсалар законлы түләү сараһы булып тора, уларҙы ғәмәлдәге банкноталар менән бер рәттән банктарҙа, сауҙа һәм сервис предприятиеларында ҡабул итергә тейештәр, тип билдәләнеләр Башҡортостан буйынса Милли банкта.

Яңы аҡсаларҙы ҡабул итеүҙән баш тартыу Рәсәй ҡануниәтен боҙоу тип иҫәпләнә. Бындай осраҡта граждандарға 8-800-700-90-30 телефоны буйынса «Роспотребнадзор»ға йәки Рәсәй банкының Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм финанс хеҙмәттәренең асыҡлығын тәьмин итеү хеҙмәтенә ялыу менән мөрәжәғәт итергә кәрәк: 8-800-250-40-72.
Икенсе вариант —
Рәсәй банкының интернеттағы ҡабул итеү бүлмәһендә
форманы тултырып, электрон мөрәжәғәт йәки 450008, Өфө, Театр урамы, 3-сө йорт, Рәсәй банкы Урал баш идаралығының Башҡортостан Милли банкы – бүлексәһе адресына яҙма мөрәжәғәт ебәрергә.
Яңы аҡсалар тураһында тулы мәғлүмәт
fincult.info
сайтында һәм
Рәсәй банкының рәсми сайтында
«Банкноталар һәм тәңкәләр» бүлегендә бирелгән.
Фото: «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"