Республика Яҙыусылар союзының проекты – Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе 10 ғинуарҙа старт алды. Унда төрлө жанрҙа (шиғыр, хикәйә, повесть) ижад иткән 14-25 йәшлек йәш авторҙар ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн «Башҡортостан әҙәбиәте»
төркөмөндә бирелгән ғаризаны тултырып,
litshkola@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.