Рәсәй Президенты Владимир Путин «эконом класлы торлаҡ» терминын «стандарт торлаҡ»ҡа алмаштырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Был турала Кремль сайтында
хәбәр ителә. Уҙған йылдың мартында Рәсәй хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Игорь Шувалов «эконом класлы торлаҡ» терминынан баш тартырға тәҡдим иткәйне, тип яҙа федераль киң мәғлүмәт саралары.