Новости
29 Декабрь 2017, 21:00

Яңы йыл байрамдарында пенсия таратыу графигы баҫылып сыҡты

Яңы йылда Башҡортостанда пенсия 3 ғинуарҙа почта бүлексәләренең эш графигына ярашлы таратыла башлай, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Яңы йылда Башҡортостанда пенсия 3 ғинуарҙа почта бүлексәләренең эш графигына ярашлы таратыла башлай, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
Пенсия һәм башҡа түләүҙәр тапшырыу көнө пенсионерҙарҙың декабрь пенсияһы квитанцияларында билдәләнгән. 9 ғинуарҙа пенсиялар билдәләнгән график буйынса таратыла.
Кредит ойошмалары пенсияларҙы килешеү менән билдәләнгән ваҡытта тарата.
Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһе 1,175 миллион пенсионерға аҡса түләй. Уларҙың 40 проценттан ашыуы пенсияһын – почта бүлексәләрендә, ҡалғандары банктарҙа ала.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас