Новости
26 Декабрь 2017, 21:00

Башҡортостанда ике градусҡаса йылыта

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә, 28 декабрҙә, көндөҙ 2 градусҡаса йылытыуы ихтимал. Төндә һауа температураһы йәнә -3,-8, көнсығыш райондарҙа 9-14 градусҡа тиклем түбәнәйә.

Яҡын көндәрҙә Башҡортостанда 2 градусҡаса йылыта, тип фаразлай синоптиктар. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә, 28 декабрҙә, көндөҙ 2 градусҡаса йылытыуы ихтимал. Төндә һауа температураһы йәнә -3,-8, көнсығыш райондарҙа 9-14 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Йома, 29 декабрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, еңелсә боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1,-4, төндә -1,-6 градус, урыны менән 11 градусҡаса һалҡын.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, йылдың һуңғы аҙнаһында илдә көндәрҙең аномаль йылы тороуы һәм норманан 8-10 градусҡа юғары булыуы күҙаллана. Быға илдең Европа өлөшөнә — Урта диңгеҙ төбәктәренән һәм Төркиәнән, Себергә көньяҡ Азия төбәктәренән йылы һауаның килеүе сәбәпсе булды.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас