Новости
24 Декабрь 2017, 21:00

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡар һырынтылары һәм юлдарҙа күреү мөмкинлегенең кәмеүе хаҡында иҫкәртә

Синоптиктар фаразы буйынса, 26 декабрҙә республика биләмәһендә буран сығыуы, 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе, төндә ҡайһы бер райондарҙа көслө ҡар яуыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары көтөлә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы алдағы тәүлектә һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Синоптиктар фаразы буйынса, 26 декабрҙә республика биләмәһендә буран сығыуы, 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе, төндә ҡайһы бер райондарҙа көслө ҡар яуыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары көтөлә.
Шуға бәйле ҡотҡарыусылар водителдәргә техник яҡтан ҡарҙа һәм боҙлауыҡта йөрөргә әҙер булмаған автотранспортта юлға сыҡмаҫҡа, иғтибарлы булырға һәм хәүефһеҙ тиҙлек режимын үтәргә кәңәш итә. Тәжрибәһеҙ водителдәргә рулгә ултырыу тыйыла.
Әгәр трассаға сығырға хәл иткәнһегеҙ икән, тәгәрмәстең юл япмаһы шарттарына тап килеү-килмәүен тикшереү зарур.
Йәйәүлеләргә лә юл аша сыҡҡанда һәм трасса буйында үтә һаҡ булырға кәрәк.
Боҙлауыҡ ваҡытында электр тапшырыу линияларына, электр транспортының бәйләнеш селтәрҙәренә айырыуса иғтибар итергә кәрәк, сөнки уларҙың өҙөлөүе йәрәхәтләнеүгә килтереүе ихтимал.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы телефоны — 8(347) 233-99-99.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас