Новости
20 Декабрь 2017, 21:00

Рөстәм Хәмитов: республикала уртаса хеҙмәт хаҡы 30 мең һумға етте

Кесаҙна, 21 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа парламентарийҙарҙың быйылғы йылда һуңғы ултырышы уҙҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ул 2017 йылға йомғаҡ яһаны.

Кесаҙна, 21 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа парламентарийҙарҙың быйылғы йылда һуңғы ултырышы уҙҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ул 2017 йылға йомғаҡ яһаны.
Төбәк башлығы республиканың социаль өлкәләге ыңғай һөҙөмтәләрен билдәләне.
«Эшһеҙҙәр һанының кәмеүен күрәбеҙ. 10 ай эсендә республикала реаль хеҙмәт хаҡы 3,5 процентҡа артып, 29 400 һумға етте. 11 ай йомғаҡтары буйынса беҙ 30 мең һумды үтәбеҙ. Был да әһәмиәтле сик, — тине төбәк башлығы. — Шуны әйтергә кәрәк: беҙгә уҡытыусыларҙың, табиптарҙың, бюджет өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡын норматив кимәлгә еткереү өсөн компенсация индереү маҡсатында бюджетҡа үҙгәрештәр индерергә һәм аҡса өҫтәргә тура килде. Эш хаҡы арта барҙы, беҙҙең ошо йәһәттән пландарыбыҙ ҙур түгел ине. Шуға күрә Рәсәй Федерацияһы Президентының «май» указдарын үтәү өсөн ресурстар өҫтәнек».
Башҡортостанда инфляция 1,2 процент кимәлендә — был фараздарға ҡарағанда өс тапҡырға кәмерәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Беренсе сменала уҡыған балаларҙың һаны 90 процентҡа етте.
«Күп кенә сирҙәр буйынса үлем осраҡтарын кәметеүгә өлгәшелде. Эшкә яраҡлы халыҡтың үлем кимәле ете процентҡа тиерлек аҙайҙы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Көтөлгән ғүмер оҙайлығы 71 йәшкә етте. Беҙ уртаса төбәктәр араһында күтәреләбеҙ, алдынғы урындарға сығырға тырышабыҙ».

Фото: Олег Яровиков
Читайте нас