Новости
20 Декабрь 2017, 21:00

Өфөлә Үзбәкстан кешеһе магазинда 23 йәшлек ҡыҙҙы сәнсеп үлтергән

20 декабрҙә кис Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге магазинда бөтә халыҡ алдында бер ҡыҙҙың ғүмере ҡыйылды. 26 йәшлек Үзбәкстан кешеһе уның менән мөнәсәбәттәрен дауам итеүҙән баш тартҡан 23 йәшлек ҡыҙға 17 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә.

«Алынған йәрәхәттәрҙән ҡыҙ урында уҡ һәләк була. Енәйәтсе үҙен яралай, әле ул ауыр хәлдә дауаханала ята», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
«Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғәнең шаһиттарынан һорау ала. Ғәйепләнеүсегә дауаханала һаҡ ҡуйылған.
Фото: Стоп-кадр видео
Читайте нас