Торатау
+28 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
10 Декабрь 2017, 21:00
Республика биләмәһендә водителдәрҙең штрафтарын тикшереү башланды
11 декабрҙә Башҡортостанда «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Ул 21 декабргә тиклем дауам итә.
11 декабрҙә Башҡортостанда «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Ул 21 декабргә тиклем дауам итә. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, сараның төп маҡсаты — хоҡуҡ боҙоусыларға һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләргә кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрөү.
Административ штрафты 60 көн эсендә түләмәгән осраҡта «административ язаны башҡарыуҙан баш тартыу» статьяһы буйынса административ эш ҡуҙғатыла. Статья икеләтә штраф һалыуҙы, ләкин мең һумдан кәм түгел, йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙы, йә иһә 50сәғәткә тиклем мәжбүри эштәрҙе күҙ уңында тота.
Штрафты 20 көн эсендә түләү водителгә 50 процент ташлама бирә.
«Операция барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең бурыстары бармы-юҡмы икәнлеген тикшерә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Түләнмәгән щтрафтар тураһында мәғлүмәтте
Дәүләт автоинспекцияһының
рәсми сайтында йәки
www.gosuslugi.ru
сайтында алырға мөмкин.
Фото: автор
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"