Асҡын ауылында байрам фажиғә менән тамамланды. 6 декабрҙә 9 йәшлек малай ата-әсәһе менән бергә тышҡа петарда ҡабыҙырға сыҡҡан. Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фейерверктарҙың береһе уҡыусының ҡулында шартлаған.
«Бала ауыр йәрәхәтләнгән, урындағы дауаханаға оҙатылған, һуңынан Өфөгә махсус дауалау учреждениеһына күсерелгән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Тәфтиш комитетында.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына тәфтиш-оператив төркөм килде, ул бер нисә экспертиза тәғәйенләне. Шунан һуң процессуаль ҡарар ҡабул итеү ҡаралған.
Әле малайҙың хәле тураһында мәғлүмәт асыҡлана.