Новости
5 Декабрь 2017, 21:00

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда ЮХХДИ-ның иҫкәртеү рейдтары уҙа

Башҡортостанда республика ЮХХДИ-ның «Йәйәүле» иҫкәртеү операцияһы дауам итә. Әлеге сараларҙың төп маҡсаты — йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү.

Башҡортостанда республика ЮХХДИ-ның «Йәйәүле» иҫкәртеү операцияһы дауам итә. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләрҙең һәм автотранспорт водителдәренең административ ҡануниәтте боҙоу осраҡтарын асыҡлау буйынса маҡсатлы эш алып бара.
«Юл-транспорт ваҡиғаларына йыш ҡына йәйәүлеләр ғәйепле. Ҡыҙыл утҡа иғтибар итмәгән кешеләр ҙә етди аварияға сәбәпсе булыуы ихтимал. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ», — тип иҫкәртә автоинспекторҙар.
Әлеге сараларҙың төп маҡсаты — йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү.

Фото: Ксения Калинина
Читайте нас