Новости
5 Декабрь 2017, 21:00

Ҡарлы фронт Башҡортостанға бурандар алып килде

Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндәге ҡарлы фронт Урал буйына килеп етте. Һамар өлкәһендә боҙло ямғыр яуа һәм буран уйнай, Пенза һәм Тамбов өлкәләрендә стихия электр сымдарын өҙҙө. Яҡын көндәрҙә иһә Татарстанда һәм Башҡортостанда буран сығыуы көтөлә.

Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндәге ҡарлы фронт Урал буйына килеп етте. Һамар өлкәһендә боҙло ямғыр яуа һәм буран уйнай, Пенза һәм Тамбов өлкәләрендә стихия электр сымдарын өҙҙө. Яҡын көндәрҙә иһә Татарстанда һәм Башҡортостанда буран сығыуы көтөлә, тип хәбәр итә «Фобос» үҙәге.
Башгидромет фараздарына ярашлы, 7 декабрҙә республиканың көнбайыш райондарында бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана, республиканың көнсығышында яуым-төшөмһөҙ, еңелсә буран сыға, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3,-8, көньяҡ-көнсығышта -12 градусҡа тиклем, көндөҙ -1,-6 градус.
8 декабрҙә лә бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3,-8, көндөҙ -1,-6 градус.
Читайте нас