Торатау
+21 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
4 Декабрь 2017, 21:00
Рәсәй спортсыларының 2018 йылғы Олимпия уйындарында ҡанташыу шарттары иғлан ителде
Рәсәй спортсыларының Көньяҡ Кореялағы Олимпия уйындарында нейтраль статуста ҡатнашыу ихтималлылығы буйынса Халыҡ-ара олимпия комитетының критерийҙары билдәле булды.
Рәсәй спортсыларының Көньяҡ Кореялағы Олимпия уйындарында нейтраль статуста ҡатнашыу ихтималлылығы буйынса Халыҡ-ара олимпия комитетының критерийҙары билдәле булды, тип
хәбәр итә
«РИА Яңылыҡтар» Inside the games порталына һылтанып. Рәсәй спортсылары милли федерацияның «таҙа» атлеттарҙы берҙәй яҡлау һәм хуплау системаһын төҙөй алмауы» процесына ҡыҫылышы булмаған дәлилдәр менән шәхсән ғариза тапшырырға тейеш.
Икенсе шарт буйынса ноябрҙә Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ (WADA) алған Мәскәү допингҡа ҡаршы лабораторияһы мәғлүмәттәрендә спортсының исеме булмаҫҡа тейеш. Inside the games порталы мәғлүмәттәре буйынса, базала 2012-2015 йылдарҙа йәнәһе допинг программаһында ҡатнашҡан меңәрләгән рәсәйҙең исеме бар. Бындай система 2017 йылда Лондонда рәсәйҙәрҙе донъя чемпионатына индереү өсөн Халыҡ-ара еңел атлетика федерациялары ассоциацияһы тарафынан ҡулланылды. Рәсәй спортсыларының 2018 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыу мәсьәләһе бөгөн, 5 декабрҙә, Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты ултырышында хәл ителә. Ул Швейцарияның Лозанна ҡалаһында үтә.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"