Новости
30 Ноябрь 2017, 21:00

Алдағы яҙ иртә килә һәм бик йылы була – Рәсәй гидрометеорология үҙәге

2018 йылда Рәсәйгә яҙ иртә килә һәм йылы була, тип хәбәр итә «Известия» гәзите Рәсәй Гидрометүҙәк директоры Роман Вильфандҡа һылтанып.

2018 йылда Рәсәйгә яҙ иртә килә һәм йылы була, тип хәбәр итә «Известия» гәзите Рәсәй Гидрометүҙәк директоры Роман Вильфандҡа һылтанып.
«Март айында иртә яҙ башланыуы күҙаллана. Марттың бик йылы булыуы фаразлана», — тине Роман Вильфанд Мәскәүҙәге матбуғат конференцияһында.
Алдан iz.ru порталы декабрь айы Рәсәй биләмәһендә климат нормаларынан йылыраҡ булыуы хаҡында яҙғайны. Бынан тыш, ҡыштың температура буйынса байтаҡҡа йылы һәм көслө һыуыҡтар менән булыуы көтөлә.

Фото: Олег Яровиков
Читайте нас