Новости
29 Ноябрь 2017, 21:00

Мутлашыусылар «Бәйләнештә» селтәре менән ҡулланыусы 1 миллиондан ашыу кешенең мәғлүмәтен урлаған

Белгестәр иҫәпләүенсә, ҡулланыусылар был ҡушымталарҙы Google Play аша үҙҙәренә күсергән. Улар «Бәйләнештә» селтәренә төрлө өҫтәмә саралар формаһында йәшеренә, мәҫәлән, музыка яҙҙырыу өсөн.

«Касперский лабораторияһы» «Бәйләнештә» селтәре менән ҡулланыусыларҙың мәғлүмәттәрен урлаған 85 зарарлы ҡушымта тапҡан. Белгестәр фекеренсә, 1 миллиондан ашыу ҡулланыусы мутлашыусыларҙың ҡорбандары булыуы ихтимал. Был хаҡта киң мәғлүмәт саралары «Касперский лабораторияһы» мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итә.
Белгестәр иҫәпләүенсә, ҡулланыусылар был ҡушымталарҙы Google Play аша үҙҙәренә күсергән. Улар «Бәйләнештә» селтәренә төрлө өҫтәмә саралар формаһында йәшеренә, мәҫәлән, музыка яҙҙырыу өсөн. Уларҙа теркәлгәндә ҡулланыусыларҙан исем (логин) һәм сер һүҙ (пароль) һорала.
Урланған мәғлүмәттәр йөрәк билдәләрен һәм төркөмдәрҙә ҡулланыусылар йыйыу өсөн ҡулланылыуы бар. Бындай ҡушымталар бөтәһе яҡынса 1 миллион тапҡыр күсерелгән.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас