Иртәгә, 1 декабрҙә, календарь ҡыш башлана. Ләкин Башҡортостанда йәшәүселәр уны һиҙмәй. Синоптиктар фаразынса, Көньяҡ Уралда һауа торошон яуым-төшөмдө тотҡарлаған ҡеүәтле Азия антициклоны билдәләй.
«3 декабрҙә республиканың ҡайһы бер райондарында бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Һауа температураһы төндә -4,-9, урыны менән -14,-19, көндөҙ -1,-6 градус булыуы көтөлә. 30 ноябргә биләмәнең 50-60 процентында ғына 1-7 сантиметрлыҡ ҡар ҡатламы күҙәтелә. 2005 йылда — 9-10 декабрҙә, 2008 йылда иһә 13-14 декабрҙә генә ҡар яуғайны», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән.