Новости
27 Ноябрь 2017, 21:00

Республикала пенсияның уртаса күләме — 12 меңдән саҡ ҡына ашыуыраҡ

Ағымдағы йылдың 1 октябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда пенсия түләүҙәренең уртаса күләме 12 371,7 һум тәшкил итте, тип хәбәр итә республика буйынса Федераль дәүләт статистика хеҙмәте.

Ағымдағы йылдың 1 октябренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда пенсия түләүҙәренең уртаса күләме 12 371,7 һум тәшкил итте, тип хәбәр итә республика буйынса Федераль дәүләт статистика хеҙмәте. 2016 йылда уртаса пенсия 11 812 һумға тиң ине. Шулай итеп, ул яҡынса 5 процентҡа артҡан.
Әлеге ваҡытта төбәктә 1,17 миллион пенсионер йәшәй, былтыр уларҙың һаны 1,154 миллион кеше булған.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас