Новости
27 Ноябрь 2017, 21:00

Башҡортостанда бер ир табын артында ике ҡатынды сәнсеп үлтергән, тағы ике кешене йәрәхәтләгән

24 ноябргә ҡарай төндә полицияға Иглин районының Иҫке Ҡобау ауылындағы өйҙәрҙең береһендә 79 йәшлек йорт хужабикәһенең һәм 30 йәшлек ҡатындың бысаҡ менән йәрәхәтләнгән кәүҙәләре табылыуы тураһында хәбәр итәләр. Ошонда уҡ хужабикәнең 45 йәшлек ҡыҙын һәм 38 йәшлек ирҙе табалар.

24 ноябргә ҡарай төндә полицияға Иглин районының Иҫке Ҡобау ауылындағы өйҙәрҙең береһендә 79 йәшлек йорт хужабикәһенең һәм 30 йәшлек ҡатындың бысаҡ менән йәрәхәтләнгән кәүҙәләре табылыуы тураһында хәбәр итәләр. Ошонда уҡ хужабикәнең 45 йәшлек ҡыҙын һәм 38 йәшлек ирҙе табалар. Улар ҙа яраланған.
Тәфтиш органдары «ике һәм унан да күберәк кешене үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Тәфтишселәр фаразы буйынса, был көндә йортта эске мәжлесе була. Бәхәс ваҡытында 31 йәшлек ир хаҡлы ялдағы ҡатынға, һуңынан өйҙәге башҡа кешеләргә — 30 һәм 45 йәшлек ҡатындарға, шулай уҡ 38 йәшлек иргә бысаҡ менән сәнсә. Йорт хужабикәһе һәм уның ҡунағы фажиғә урынында уҡ йән бирә, ә 45 йәшлек ҡатын һәм 38 йәшлек ир төрлө тән йәрәхәте менән дауаханаға оҙатыла.
«Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иглин районы буйынса бүлегенең оператив хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тикшереү барышында ғәйепләнеүсе ҡулға алынды. Ул үҙ ғәйебен таныны», — тип аңлатма бирҙеләр Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Әле ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Карина Камаева
Читайте нас