Башҡортостан халҡы «Географик диктант – 2017» халыҡ-ара мәғариф акцияһына ҡушылды. Географик диктант яҙырға теләүселәр өсөн 26 ноябрҙә 2,3 меңдән ашыу майҙансыҡ асылды, тип хәбәр иттеләр Рус географик йәмғиәтендә.
География буйынса белем тикшереү акцияһы республикабыҙҙа ла үтте, 207 майҙансыҡ теркәлде. Республика сираттағы тапҡыр майҙансыҡтар һаны буйынса ил төбәктәре араһында алдынғы булды.
Диктантҡа өс блокка бүленгән 30 тест һорауы инде. Беренсеһендә географик атамалар һәм терминдар булды. Икенсеһендә карта менән эшләргә белеү тикшерелде, өсөнсөһөндә – сәйәхәтселәрҙең яҙмалары һәм нәфис әҫәрҙәрҙән өҙөктәр буйынса географик объекттарҙы билдәләнеләр.
Тест аноним рәүештә уҙғарылды, акция һөҙөмтәләре 25 декабргә билдәле була, уларҙы һәр ҡатнашыусыға бирелгән уникаль һан буйынса алырға мөмкин. Диктант өсөн иң юғары баһа – 100 балл. Былтыр республикала йәшәгән ете мең кешенән тик өсәүһе «бишле» алды.