Башҡортостанда йыл башынан 393 кеше химик матдәләр менән ағыуланыуҙан һәләк булған, уларҙың алтауһы — балалар һәм үҫмерҙәр. Бөтәһе — 2254 осраҡ, былтыр иһә ошо уҡ осорҙа 2822 ағыуланыу осрағы теркәлгән. «Роспотребнадзор»ҙың республика идаралығы ғинуарҙан октябргә тиклем токсикологик мониторинг мәғлүмәттәрен килтерҙе.
143 кеше — спиртлы эсемлектәр эсеп, 39-ы — сифатһыҙ дарыуҙар ҡулланып, 24-е — наркотиктарҙан, 59-ы газдан ағыуланып вафат булған, уларҙың өсәүһе — 14 йәшкә тиклемге балалар. 419 кеше башҡа төрҙәр менән ағыуланған, 14 йәшкәсә — 58 бала, 15-17 йәшлектәр — бишәү. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында өс үлем осрағы теркәлгән.