Новости
19 Ноябрь 2017, 21:00

Был аҙнала республикала миҙгелгә хас булмаған йылы һауа торошо көтөлә

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда миҙгелгә хас булмаған йылы һауа торошо көтөлә — көньяҡ ағымдар Каспийҙан сираттағы йылы һауа массаһын алып килә.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда миҙгелгә хас булмаған йылы һауа торошо көтөлә — көньяҡ ағымдар Каспийҙан сираттағы йылы һауа массаһын алып килә.
Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәтенсә, 22 һәм 23 ноябрҙә һауа температураһының төндә +1,-4, көндөҙ +1,+6 градус булыуы күҙаллана. Температура норманан 4-7 градусҡа юғары. Республиканың ҡайһы бер райондарында ғына ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, төндә һәм иртән урыны менән боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас