Башҡортостанда ҡар яуыуы дауам итәсәк. Хәҙер республиканың баш ҡалаһында -1 градус. Дымлылыҡ – 93 процент. Болотло.
Синоптиктар бер аҙ епшек ҡар яуыуын, урыны менән уртасаға тиклем, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар ятыуын, еңелсә, ҡайһы бер юл участкаларында көслө боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары булыуын фаразлай.
Елдең көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә.
Һауа температураһы көндөҙ -3,+2 градус тәшкил итәсәк. Төндә һәм иртәнсәк ҡайһы бер юл участкаларына томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.