Новости
14 Ноябрь 2017, 21:00

Төбәктә Ҡыш бабай тирмәләрен асыуға ярты миллионға яҡын аҡса бүленә

Башҡортостанда Ҡыш бабай тирмәләрен асыуға 485 мең һум бүләләр. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Ҡыш бабайҙың Үҙәк ҡунаҡ тирмәһен һәм республика биләмәһендәге төбәк ҡунаҡ тирмәләрен асыуҙы ойоштороу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә тендер иғлан итте.

Рәсми дәүләт һатып алыуҙары сайтында хәбәр ителгәнсә, килешеү хаҡына сценарий әҙерләү, күсмә төркөм эше, Өфөлә Ҡыш бабайҙың «Ватан паркы» этноауылындағы Үҙәк ҡунаҡ тирмәһе биләмәһендәге, шулай уҡ Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, Абҙаҡта һәм «Кандракүл» тау саңғыһы комплексында урынлашҡан төбәк майҙансыҡтарындағы шыршыны ҡабыҙыу буйынса хеҙмәттәр инә.
Бынан тыш Ҡыш бабайҙың Башҡортостанға килеүенә арналған театрлаштырылған программа әҙерләргә, республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн театрлаштырылған тамаша менән концерт программаһын уҙғарырға кәрәк.
Ғаризалар 24 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Фото: Өфө хакимиәте сайты
Читайте нас