Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығының яңы етәксеһе итеп Денис Петраковский тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Өфө мэрияһының Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы йүнәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын үтәй ине.
Яңы етәксе 2016 йылдың декабренән директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ринат Әбделмәжитовты алмаштырҙы.
Юл хужалығы идаралығы — Башҡортостандың ҙур юл заказсыһы. Kartoteka.ru мәғлүмәте буйынса, йыл башынан учреждение хаҡы 1,09 миллиард һум тәшкил иткән 75 дәүләт контрактын бүлгән. Былтыр — 16 миллиард һумға 175 дәүләт контракты.