Билдәле Рәсәй яҙыусыһы һәм сатиригы Михаил Задорнов 70-се йәшендә вафат булды. «Известия» гәзите
мәғлүмәтенсә, актер оҙаҡ ваҡыт онкология сире менән яфаланды. 2016 йылдың йәйендә ауырыуы киҫкенләшеүе сәбәпле юмор оҫтаһы бөтә сығыштарын һәм гастролдәрен күсерҙе. Былтыр йыл аҙағында уға Германияла операция яһалды.