Новости
7 Ноябрь 2017, 21:00

Төбәктә бешмә буйынса карантин тамамланды

Туймазы һәм Бүздәк райондарының бер нисә ауылында иғлан ителгән бешмә вирусы буйынса карантин тамамланды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, республиканың ошо ике районында бешмә вирусы арҡаһында 21 көнгә сикләү индерелгәйне.

Туймазы һәм Бүздәк райондарының бер нисә ауылында иғлан ителгән бешмә вирусы буйынса карантин тамамланды.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, республиканың ошо ике районында бешмә вирусы арҡаһында 21 көнгә сикләү индерелгәйне.
«Барыһы ла иҫән-һау, карантин тамамланды. Барлыҡ саралар, шул иҫәптән һуңғы дезинфекция үткәрелде. Халыҡтың кәйефе һәйбәт кенә. Йәнә мал һатып алырға теләйҙәр. Уларға малдар менән ярҙам итербеҙ», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Ветеринария идаралығы башлығы Вәкил Буранбаев.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бешмә сире эҙемтәләрен бөтөрөү барышында 1,7 мең баш мал юҡ ителде. Нигеҙҙә был эре малдар, кәзәләр һәм һарыҡтар.
Бешмә вирусы Башҡортостандың Туймазы һәм Бүздәк райондарында асыҡланды.


Фото: Олег Яровиков
Читайте нас