Торатау
+24 °С
Ямғыр
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
7 Ноябрь 2017, 21:00
Сит ил курорттарында йоғошло ауырыуҙар «ҡотора»
Башҡортостан буйынса «Роспотребнадзор» идаралығы туристарҙы сит ил курорттарында йоғошло ауырыуҙар хаҡында иҫкәртә.
Башҡортостан буйынса «Роспотребнадзор» идаралығы туристарҙы сит ил курорттарында йоғошло ауырыуҙар хаҡында иҫкәртә. Ведомствоның мәғлүмәттәре буйынса, сәфәргә сығырға күҙаллағанда Доминикан Республикаһында, Кубала, Һиндостанда, Таиландта һәм ял итеүселәр араһында бик популяр булмаған бер төркөм илдә ваба ауырыуы (холера) теркәлгәнен иҫәпкә алыу зарур.
Коста Рикала, Һиндостанда, Вьетнамда, Таиландта, Доминикан Республикаһында, Венесуэлала һәм Кубала – тапма ауырыуы (малярия).
Грузияла, айырыуса Таиландта һәм Вьетнамда, шулай уҡ Һиндостанда, Шри-Ланкала, Ҡытайҙа, Мальдива Республикаһында, Мексикала, Бразилияла, Доминикан Республикаһында, Америка Ҡушма штаттарында, Кайман һәм Сейшель утрауҙарында – Денге биҙгәге.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Сәғүд Ғәрәбстанында, Катарҙа, Иорданияла, Оманда һәм Кувейтта – яҡын көнсығыш респиратор синдромы короновирусы.
Тулыраҡ ауырыуҙар теҙмәһе һәм илдәр исемлеге ведомство
сайтында
баҫылған.
Фото: Ксения Калинина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"