Башҡортостандың Туймазы һәм Бүздәк райондарында бешмә ауырыуы буйынса карантин тамамлана. Сикләү 21 көнгә индерелгәйне. 7 ноябрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың матбуғат конференцияһында бешмә ауырыуы буйынса карантин мәсьәләһенә нөктә ҡуйыла.
Алдан Башҡортостан Ветеринария идаралығы етәксеһе Вәкил Буранбаев, 7 ноябрҙә карантин тулыһынса тамамлана, тип хәбәр иткәйне. Уның һүҙҙәренсә, бешмә ауырыуына ҡаршы вакцина яһалған мал да хәүеф тыуҙырмай. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 100 меңләп эре һәм ваҡ мөгөҙлө мал вакцинацияланған.