Бөгөн 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү хөрмәтенә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө аҙналыҡ ял көнөнә — шәмбегә тура килә. Тимәк, ял көнө шәмбенән 4 ноябрҙән дүшәмбегә 6 ноябргә күсерелә.
Йома 3 ноябрҙә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү менән бәйле 2017 йылдың 4, 5 һәм 6 ноябре ял көндәре тип һанала, тип хәтергә төшөрә Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы.