Быйыл «Матбуғат балы» 15 декабрҙә «Версаль» комплексында уҙа. Тиҙҙән «Матбуғат балы» алдынан тауыш биреү асыла: журналистар берләшмәһе байрамдың төп наградаһы — «Йыл журналисы» исеменә лайыҡ кешене һайлай. Яҡын арала «Йыл журналисы» асыҡ номинацияһына ғаризалар йыйыу башлана. Ентеклерәк мәғлүмәт Башҡортостандың Матбуғат агентлығы, Журналистар союзы сайттарында һәм
https://vk.com/balpressy рәсми төркөмөндә баҫылып сығасаҡ.