Башҡортостандың Бөрйән районында урындағы халыҡ бүреләрҙең һөжүм итеүенә зарлана, йыртҡыстар хатта шәхси ихаталарға инеүҙән ҡурҡмай. Мәҫәлән, Килдеғол ауылында бүреләр бер нисә һарыҡтың башына еткән.
«Бағаналарҙа төндә ут янмағас, бүре ҡапҡа эсендә рәхәтләнеп йөрөй. Уларҙың кешегә лә ташланыуы мөмкин», — тип яҙа «Бөрйәндәр. [Бурзян.Бөрйән. Бурзянский район]» төркөмөндә берәү. Үҙенең яҙмаһына ул ботарланған һарыҡ ҡалдыҡтарының бер нисә фотоһүрәтен ҡуйған. Фотоһүрәттәрҙең береһендә саҡырылмаған «ҡунаҡтың» эҙҙәре күренә.
Фото: «Бөрйәндәр. [Бурзян.Бөрйән. Бурзянский район]» төркөмө /vk.com