Башҡортостан парламентарийҙары төбәктең һалым ҡануниәтен үҙгәртеү буйынса ике проектты хупланы. Һүҙ транспорт һәм ойошмалар милкенә һалым хаҡында бара.
«Транспорт һалымы тураһында» законға үҙгәреш тәбиғи газда эшләгән автомобилдәргә һалымды 50 процентҡа тиклем кәметеүҙе күҙ уңында тота. Автомобилдәрҙең уртаса йәше 10 йылдан артмаған осраҡта льгота биреү тәҡдим ителгән.
«Шул рәүешле беҙ экологик яҡтан таҙа яғыулыҡты ҡулланыуҙы арттырырға һәм автопаркты яңыртырға ниәтләйбеҙ, – тип асыҡлыҡ индерҙе Константин Толкачев. – Әлеге сара республикалағы экологик хәлдә һәм пассажирҙар ташыу именлегендә ыңғай сағылыш табырға тейеш».
Ойошмалар милкенә һалымға үҙгәрештәр һөҙөмтәһеҙ льготаларҙы бөтөрөүҙе күҙ уңында тота. Шул иҫәптән һыра етештереүселәргә льгота бөтөрөлә. Уҙған йылда Башҡортостан парламенты тотороҡһоҙ иҡтисади хәлгә бәйле ябылыу хәүефе янаған бер нисә ҙур предприятиеға ошондай льгота бирҙе. Был эш урындарының ҡыҫҡарыуына һәм социаль көсөргәнешлектең артыуына килтереүе ихтимал ине.
«Әлеге ваҡытта ошо предприятиеларҙа хәл яйға һалынды. Льгота үҙенең тәғәйенләнешен үтәне, артабан уны ҡулланыу маҡсатҡа ярашһыҙ, сөнки был республика ҡаҙнаһы өсөн юғалтыуҙар менән янай, – тип иҫәпләй төбәк парламенты спикеры. – Депутаттарҙың ошо ҡарарын киң йәмәғәтселек хуплар тип ышанам».
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы