Башҡортостандың Благовар районында 23 октябрҙә иртән Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль юлының 1378-се саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Toyota Hiace руле артындағы 23 йәшлек Татарстан егете идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыға, юлдағы кәртәләрҙе емерә һәм туғыҙ метрлыҡ күперҙән ҡолап төшә.