Новости
22 Октябрь 2017, 21:00

Республика биләмәһенә Арктика һалҡындарының үтеп инеүе көсәйә

Башҡортостан биләмәһенә Арктика һалҡынының үтеп инеүе көсәйә. Температураның ҡапыл түбәнәйеүе республикала көндәрҙең һалҡынайыуына килтерҙе, ә уҙған ял көндәрендә төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар яуҙы, юлдарҙа боҙлауыҡ хасил булды.

Башҡортостан биләмәһенә Арктика һалҡынының үтеп инеүе көсәйә. Автомобиль хужаларын йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға саҡыралар, тип хәбәр итә
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы. Температураның ҡапыл түбәнәйеүе республикала көндәрҙең һалҡынайыуына килтерҙе, ә уҙған ял көндәрендә төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар яуҙы, юлдарҙа боҙлауыҡ хасил булды. Төбәктең көньяғында ла яуым-төшөм көтөлә. Ошо аҙнаның башында һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.
«Республика биләмәһендә һауа торошон һалҡын арктик һауа массаһы билдәләйәсәк, шуға күрә һауа температураһы артабан да түбәнәйәсәк: төндә 0, -5 градустан -3,-8-гә тиклем, аяҙытҡанда -13. Көндөҙ иһә -2, +3 градус. Төбәктә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, ваҡытлыса ҡар ятыуы, төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ көтөлә», — тине Башгидрометүҙәктең метеофараздар бүлеге начальнигы Гөлназ Заһитова.
Алдан хәбәр ителгәнсә, метеорологтар фаразына ярашлы, 4-8 ноябрҙә республикала ҡар ятыуы көтөлә.


Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас