Торатау
+21 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
19 Октябрь 2017, 21:00
Яңы тыуған Рәсәй граждандары дәүләттән бүләк аласаҡ
Рәсәйҙә яңы тыуған һәр сабый киләһе йылдан дәүләттән бүләк аласаҡ. Балаларға бүләк тапшырыу Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән Балалыҡ ун йыллығы сиктәрендә 2020 йылғаса төп саралар планы проектына ингән.
Рәсәйҙә яңы тыуған һәр сабый киләһе йылдан дәүләттән бүләк аласаҡ. Балаларға бүләк тапшырыу Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән Балалыҡ ун йыллығы сиктәрендә 2020 йылғаса төп саралар планы проектына ингән, тип
хәбәр итә
«Известия» гәзите.
Бүләктәрҙе әсәләргә бала табыу йортонан сыҡҡанда тапшырыу күҙаллана. Белгестәрҙең һүҙҙәренсә, уның күбеһенсә Рәсәйҙә етештерелгән бала сепрәге (подгузник), шылтыраҡ, кейем-һалым һәм башҡа йәш балаға кәрәкле нәмә булыуы мөмкин.
Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында иҫәпләүҙәренсә, был башланғыс илебеҙ етештереүселәренә ярҙам итергә мөмкинлек бирәсәк, демографик хәлде яҡшыртыу өсөн дәртләндергес сара булып торасаҡ.
Проект Иҡтисади үҫеш министрлығында килешеү үткән. Шуның менән бергә ошо сараны уҙғарыу һәм финанслау тәртибе хаҡында аныҡ тәҡдимдәр юҡ. Хеҙмәт министрлығының фекеренсә, быға төбәктәр аҡса бүлергә тейеш.
Башҡортостанда бөтә әсәләр ҙә республика хөкүмәтенең башланғысы буйынса бала табыу йортонан сыҡҡанда бүләктәр ала. Уға йоҡа һәм йылы йүргәктәр, баш кейемдәре һәм миҙгел буйынса юрған инә. Кәрәк булғанда сабый яңы әйберҙәрҙе дауаханан сыҡҡанда кейеп ҡарай ала. Һәм, әлбиттә, бүләккә илдең яңы гражданына һәм уның ата-әсәләренә ҡотлау открыткаһы ҡаралған.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"