Ошо аҙнала Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы аҡрынлап түбәнәйә, тип хәбәр итә Башгидромет. Һауа торошо шарттарын циклондар билдәләй. Ваҡыты менән ямғыр, аҙна аҙағына ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә.
18 һәм 19 октябрҙә лә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Төндә 0,+5, көндөҙ, +6,+11 градус.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙең икенсе декадаһында Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә уртаса һауа температураһының норманан 2-3 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.