Борон-борондан ололарҙың йор, тапҡыр һүҙенә, аҡыллы кәңәштәренә ҡолаҡ һалған кешенең юлдары уң, эше изге, хөрмәткә лайыҡ булған. Шул йәһәттән Байғужа ауылы мәҙәниәт йортонда мәктәп менән берлектә ойошторолған Республика көнөнә арналған сараға оло быуын ауылдаштар ҙа саҡырылды. Улар үҙҙәренең ҡул эштәре, һаҡал, ҡашмау тураһында һөйләп ишеттерҙе. Гөләйшә Ҡәҙемолова мөнәжәт һөйләһә, Раҡыя Мирасова мандалинала башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнаны.