Новости
10 Октябрь 2017, 21:00

Тыуған яғын белеп үҫә йәш быуын

Этҡол моделле ауыл китапханаһында "Ауылыбыҙҙың ер-һыу атамалары, көйҙәре һәм моңдары" тип аталған сара уҙҙы.

Этҡол моделле ауыл китапханаһында "Ауылыбыҙҙың ер-һыу атамалары, көйҙәре һәм моңдары" тип аталған сара уҙҙы.


Балаларға йылға-шишмәләрҙең, күлдәрҙең, тау-урмандарҙың атап йөрөтөлөшө, уға бәйле
легендалары, килеп сығыу тарихтарын китапханасы Гөлдәр Плюр ҡыҙы һәм
Рәйсә Кәримова һөйләне. Иҫтә ҡалһын өсөн был һөйләшеү фото -
презентация менән үрелеп барҙы. Фотоларға ҡарап балалар шишмә, тауҙарҙың
нисек аталыуын белгәндәрен күрһәтеп, ололарҙы һөйөндөрҙөләр. Тәнзилә Ғибәҙуллина әсәһенән ишеткән "Һандуғас" йырын һәм беҙҙең яҡтарға
хас таҡмаҡтар йырлап ишеттерҙе.
Читайте нас