Владимир Путинға 65 йәш тулды. Бөгөн Рәсәй Президенты юбилейын билдәләй. Ил башлығы тыуған көнөн туғандары һәм яҡын дуҫтары араһында үткәрергә йыйына, тип белдерҙе президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков.
Владимир Путин юбилейында ла ял итергә уйламай, ул бөгөн Сочиҙа Именлек советының даими ағзалары менән ултырыш үткәрә. Президент Ленинград ҡалаһында тыуа. Власҡа 1999 йылда Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы булараҡ килә, ә 2000-се йылдың 7 майында, 47 йешендә, ил башлығы булып һайлана. Владимир Путин иң оҙаҡ эшләгән сәйәсмәндәрҙән һанала. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ғәмәлдәге президентҡа халыҡтың 82 проценты ышаныс белдерә. Әммә Владимир Путин 2018 йылда президент һайлауында ҡатнашасағы тураһында әлегәсә рәсми белдереүҙәр яһаманы.